Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2023, 14:00

Ҡазанда Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының гастролдәре тамамланды

Башҡорт драма театры артистары һм хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Татарстандың хөкүмәт наградалары менән билдәләнде

Ҡазанда Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының гастролдәре тамамланды
Ҡазанда Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының гастролдәре тамамланды

19 ноябрҙә Ҡазанда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре тамамланды.

Гастролдәр аншлаг менән үтте. Ҡазан тамашасыһы һәр кис артистарыбыҙҙы тулы зал һәм көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.

Ике йыл һайын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең иң популяр һәм премьера спектаклдәре менән Ҡазан сәхнәһендә сығыш яһай. Был юлы алты көндә Камал театрында — 11 спектакль, шулай уҡ өс күсмә спектакль күрһәтелде һәм «Залесный» мәҙәни үҙәгендә ижади осрашыу ойошторолдо. Гастролдәр Айрат Абушахмановтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы менән тамамланды.

Театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова хәбәр итеүенсә, театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Татарстандың хөкүмәт наградалары менән билдәләнде. Уларҙы Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Натфуллин тапшырҙы. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова — «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе; театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Римма Ҡаһарманова һәм Фәнис Рәхмәтов, актрисалар Лилиә Ғәлина һәм Зилиә Ситдиҡова — Татарстан Республикаһының почет грамоталары, актерҙар Юнир Ҡоланбаев, Айнур Ситдиҡов, тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәрҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Лилиә Жамалова Татарстан Республикаһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт! Ике театр араһындағы дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итһен. Беҙҙең дуҫлыҡтың күркәм традицияһы бар — гастролдәр менән алмашабыҙ. Тиҙҙән Камал исемендәге театр Өфөгә гастролгә килә», - тип билдәләнеләр театрҙа.

Башинформ ноябрҙә Өфөлә Кәрим Тинчурин исемендәге Татар драма һәм комедия театрының гастролдәре башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-20/zavershilis-gastroli-bashkirskogo-dramteatra-imeni-gafuri-v-kazani-3528981

Автор:по материалам издания*Башинформ*
Читайте нас: