Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2023, 16:00

«Елкән» телеконкурсы финалында 12 йәш музыкант оркестр менән сығыш яһай

12 йәш музыкант дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика Дәүләт оркестры менән сығыш яһай. 25 ноябрҙә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың өсөнсө телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә башҡорт музыкаһы әҫәрҙәре яңғырай.

«Елкән» телеконкурсы финалында 12 йәш музыкант оркестр менән сығыш яһай
«Елкән» телеконкурсы финалында 12 йәш музыкант оркестр менән сығыш яһай

Финалсылар 4 номинацияла сығыш яһай: фортепиано, тынлы инструменттар, скрипка һәм халыҡ инструменттары.

Конкурста композиторҙарыбыҙ Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың яңы әҫәрҙәрен тыңларға мөмкин ине.

Быйыл «Елкән» конкурсы Рәсәй президенты иғлан иткән Педагог һәм остаз йылына арналды. Конкурс турына 47 музыкант үтте. Жюриҙа билдәле музыканттар: Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетсы, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин; пианист, композитор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәүрә Сәғитова; ҡурайсы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров; Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктория Симонова; скрипкасы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Мөслимов эшләне.

Концерт БСТ каналында тура эфирҙа күрһәтелә. Киске сәғәт алтыла башлана. Концертҡа инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-17/v-ufe-12-yunyh-muzykantov-vystupyat-s-orkestrom-v-finale-telekonkursa-elk-n-3525808

«Елкән» телеконкурсы финалында 12 йәш музыкант оркестр менән сығыш яһай
«Елкән» телеконкурсы финалында 12 йәш музыкант оркестр менән сығыш яһай
Автор:по материалам издания*Башинформ*
Читайте нас: