БР Милли әҙәбиәт музейы ойошторған «түңәрәк өҫтәл»гә яҙыусылар-шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шағирҙың яҡындары, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Сара Шәйехзада Бабичты иҫкә алып, уның һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев әйтеүенсә, Шәйехзада Бабичҡа арналған юбилей саралары йыл башынан башланып, йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Шағирҙың тыуған яғында, ауыл мәҙәниәте йорттарында, мәктәптәрҙә уның юбилейы билдәләнгән. Ә алда – Китап байрамында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары бер ҡорға йыйыласаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов «түңәрәк өҫтәл»де асып, башҡорт милләте тигән төшөнсәне Шәйехзада Бабич индереүен, уның үҙенсәлекле шиғырҙары әле лә бөтә милләттәштәребеҙҙе берләштереүен белдерҙе.
– Шәйехзада Бабич – беҙҙең яҙыусыларҙы илһамландырған шәхес. Уның тураһында байтаҡ әҫәрҙәр – поэмалар, хикәйәләр, романдар, пьесалар яҙылды. Шәйехзада Бабич бөгөн дә йәштәрҙе үҫтереүен дауам итә, уның исемендәге дәүләт премия лауреаттары билдәләнә. Оҙаҡламай уларҙың әҫәрҙәре тупланған китап донъя күрәсәк, – тине Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
«Түңәрәк өҫтәл»гә Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары ла саҡырылғайны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ошо премияға лайыҡ булған Илгиз Таһиров уның шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Хәлил Фарваев Шәйехзада Бабичтың туғандары хаҡында һөйләне. Уның атаһы менән Шәйехзада Бабич өс туған булған.
Филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Ғиниәт Ҡунафин, Гөлфирә Гәрәева, тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллин, шағирә Тамара Искәндәриә, Ҡәҙим Аралбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова һәм башҡаларҙың сығыштары ла төплө, күптәр өсөн фәһемле булды.