Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2025, 17:00

Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы

Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында XIV «Цветаева усағы» әҙәби фестивале үтте.

Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы

Көмөш быуат шағирәһе Марина Цветаеваның ижадын хөрмәт итеүселәр һәйкәлгә сәскәләр һалды, миләш ағастары ултыртты, Ҡыҙҙар шишмәһенән саф һыуыҡ һыу эсте һәм шағирә шиғырҙарын, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан  ләззәт алды...

Традицион усаҡты район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лилиә Мәжитова, Өфөнән почетлы ҡунаҡ - шағирә, Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, яҡташыбыҙ Кристина Андрианова-Книга, усаҡ һаҡсыһы Любовь Иванова һәм байрамға килгән биш Марина тоҡандырҙы!

Сара М. Цветаеваның улы Георгий Эфрондың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

«Цветаеваны уҡыйбыҙ» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары ойоштороусыларҙың дипломы һәм Цветаева усағын һаҡлаусынан шағирәнең шиғырҙар йыйынтығы менән бүләкләнде.

Матур көн, сағыу ҡояш һәм урман тәбиғәте байрамды өйҙәгесә йылы халәттә үткәрергә ярҙам итте. Традиция буйынса байрам аҙағында бөтә ҡатнашыусылар усаҡ тирәләй әйләнде һәм хор менән «Красною кистью рябина зажглась... » шиғырын уҡыны.

Елена Петрова фотолары

Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Цветаева усағы ҡунаҡтарҙы Өҫән-Ивановкаға йыйҙы
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас