Музыкаль бәйгелә Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан, шулай уҡ күрше Татарстандан – Баулы һәм Ютазы райондарынан, Бөгөлмә ҡалаһынан гармунсылар ҡатнашты.
«Уйна, гармун!» фестиваль-конкурсы – үҙенсәлекле байрам, ул төрлө йәштәге музыка ҡоралдарында уйнаусы талантлы оҫталарҙы асыҡлау һәм дәртләндереү, йәштәрҙе гармунда уйнау сәнғәтенә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Сарала яңғыраған көйҙәр, халыҡ уйын ҡоралдарының көмөш сыңы, коллектив һәм айырым башҡарыусыларҙың оҫталығы күп һанлы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Гармунсылар коллективы сағыштырмаса яңыраҡ ойошторолһа ла, уның етәкселәре Т. Ә. Әхмәтов һәм Г. Р. Әхмәтова һүҙҙәренсә, уйын ҡоралын яратҡан малайҙар албырғап ҡалмай, лайыҡлы сығыш яһай, сәхнәлә башҡарыу оҫталығын һәм артистлыҡтарын күрһәтә.
Фестиваль-конкурс йомғаҡтары буйынса «Илһам» ансамбле беренсе дәрәжә дипломант исеменә лайыҡ булған. Ойоштороусылар йәш гармунсыларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләгән.
– Беҙҙең ансамблдә – 3-4 кластар малайҙары. Улар шул тиклем теләп шөғөлләнә, хатта иртә таңдан мәктәптең тамаша залына килеп, дәрестәргә тиклем инструменттарҙа уйнарға өлгөрә. Әлегә беҙҙә 12 гармун һәм ике баян бар. Әммә уҡыусылар араһында уларҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр тағы бар, – ти гимназияның сәнғәт бүлеге етәксеһе Тимерхан Әхмәтов.
Мәғариф учреждениеһы коллективы конкурсҡа сәфәрҙе ойошторған өсөн Башҡортостан татарҙары Конгресының урындағы бүлексәһе рәйесе Рәсүл Гәрәевҡа рәхмәт белдерә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсүл Ҡорбан улы башланғысы менән музыка ҡоралдарын ҡала халҡы татар гимназияһына бүләк иткәйне.
Беренсе еңеүен яулаған «Илһам» гармунсылары тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәрҙе яулау теләге менән рухланған. Алда уларҙы тик уңыштар көтһөн!
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, гимназияла шулай уҡ «Сулпан» ҡурайсылар ансамбле булдырылған. Музыка уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәтова уҡыусыларҙы татар ҡурайында уйнарға өйрәтә. Балалар йыш ҡына мәктәп сараларында сығыш яһай.
Т. Әхмәтов фотолары