Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2025, 18:00

Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр

Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залында яңы дата – Ҡурай көнө хөрмәтенә сара үтте. Башҡортостандың төп символдарының береһенә арналған был байрам бер йыл элек республика башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы булдырылғайны.

Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр

Концертта «Халыҡ уйын ҡоралдары. Ҡурай» бүлеге уҡыусылары һәм Эдуард Агишев етәкләгән «Дарман» ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны.  Тамашасылар классик әҫәрҙәрҙән алып заманса интерпретацияларға тиклем музыкаль стилдәрҙең һәм ҡурайҙа уйнау техникаһының төрлөлөгөн ишетте. Йәш башҡарыусылар үҙҙәренең оҫталығын һәм традицияларға ихтирамын  ғорурлыҡ менән күрһәтте.

Сарала Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Ҡурай көнө менән ҡотланы, бындай ваҡиғаларҙың үҫеп килгән быуындың ижади үҫешенә, илһөйәрлек  тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүен билдәләне, «Дарман» йәш ҡурайсы мәктәбе проектына уңыштар теләне. Уны Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырыу мөмкин булды.

«Дарман» ҡурайсылар ансамбле 2004 йылда Бәләбәй районының Үҙәк мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Уға нигеҙ һалыусы – А.Р. Барлыбаев. 2009 йылда коллектив «өлгөлө» исемен алды. 2021 йылдың ноябренән ансамбль Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй.

Фотолар 1-се балалар сәнғәт мәктәбенән

 

Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләнеләр
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас