Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрь - күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Ул - күренекле бейеүсе, хореограф һәм балетмейстер, башҡорт хореография сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм уның тәүге художество етәксеһе, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры. Уның Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Милли бейеү - ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр уникаль йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә.
Иртәгә Бәләбәй районының мәҙәниәт йорттарында, китапханаларында, музейҙарында, балалар сәнғәт мәктәптәрендә, «Кино донъяһы» кинотеатрында танып белеү, тематик, интерактив программалар, викториналар, бейеү флешмобтары, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ башҡа музыкаль һәм бейеү саралары үтәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт – афишаларҙа һәм мәҙәниәт учреждениеларының социаль селтәрҙәрҙәге биттәрендә.