Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ноябрь 2025, 12:09

Башҡорт опера һәм балет театры йәнә Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһай

Быйыл X «Музыканы күрергә» Бөтә Рәсәй музыкаль театрҙар фестивалендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры «Ете ҡыҙ» (12+) балетын тәҡдим итә.

Башҡорт опера һәм балет театры йәнә Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһай
Башҡорт опера һәм балет театры йәнә Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһай

Спектаклде 26 ноябрҙә Ҙур театрҙың Яңы сәхнәһендә күрһәтәләр, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. «Ете ҡыҙ» балеты «Академик балет һәм музыкаль театрҙа заманса хореография» фестивале программаһының бер өлөшө булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балеттың премьераһы 2024 йылдың октябрендә Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы. Сюжеттың нигеҙендә – боронғо легенда, башҡорт фольклорының ынйыһы, Башҡортостандың иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарының береһе. Балеттың сағыу, хисле музыка авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Галина Зиганова. Сәхнәгә ҡуйыусыһы – балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов.

Музыкаль театрҙар фестивале Мәскәүҙең бөтә музыкаль театрҙары майҙансыҡтарында ойошторола. Фестиваль афишаһында илебеҙҙең музыкаль театрҙары һәм БДБ илдәре театрҙары спектаклдәре бар. Форумдың инициаторы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән Музыкаль театрҙар ассоциацияһы. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында тормошҡа ашырыла.

Автор: по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас