Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Август 2023, 13:00

Тарихты яңы дәреслек буйынса уҡыясаҡтар

1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары тарихты яңы берҙәм дәреслек буйынса уҡый башлаясаҡ.

Тарихты яңы дәреслек буйынса уҡыясаҡтар
Тарихты яңы дәреслек буйынса уҡыясаҡтар

Уны  Рәсәйҙең тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский һәм академик Александр Чубарьян төҙөгән. Яңы дәреслектә Рәсәйҙә һәм донъяла булған мөһим ваҡиғалар тулы сағылдырыла.

–  Беҙ был етешһеҙлекте йырып сыҡтыҡ, өҫтәүенә бөтә уҡытыусылар ҙа беҙҙе  хупланы. Хәҙер дәреслектә Ҡытай, Һиндостан, Япония тураһында күп һөйләнелә. Хатта XI класс дәреслегендә тәүге тапҡыр Африка континенты ла бар. Латин Америкаһы тураһында бүлектәр барлыҡҡа килде. Донъяла мәҙәниәт һәм фән бүлектәре ярайһы уҡ камиллаштырылған, - тине Александр Чубарьян.

Берҙәм тарих дәреслеге 4 томдан тора, X – XI кластар өсөн – Рәсәй тарихы һәм Дөйөм тарих. Киләһе уҡыу йылы башына V – IX  кластар өсөн тарих дәреслеге әҙер буласаҡ .

Яңы дәреслек, уның авторҙары әйтеүенсә, сәйәсиләштерелмәүе һәм тарихи хрониканы объектив итеп яҙыуы менән айырыла.

 

Автор:
Читайте нас: