Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июль , 11:19

Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлын ремонтлай башланылар

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә подрядсылар Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы юлдарын төҙөкләндереү эшенә тотондо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығында.

Башҡортостанда Бәләбәй —  Туймазы юлын ремонтлай башланылар
Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлын ремонтлай башланылар

Бәләбәй районындағы трассала 7 саҡрымлыҡ участка ремонтлана.

Әлегә юл хеҙмәттәре иҫке асфальтты һүтә. Эштәрҙе III кварталға тамамлау планлаштырыла. Дәүләт контрактының хаҡы, дәүләт һатып алыуҙары документтары буйынса, яҡынса 202,7 миллион һум.

Шулай уҡ ошо юлдың тағы бер нисә участкаһын: Бәләбәй районында — 3 саҡрымлыҡ, Туймазыла — 4 һәм 1,6 саҡрымлыҡ һәм 71-се саҡрымдағы күперҙе ремонтлау өсөн килешеүҙәр төҙөлгән.

Фото:Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-07-10/v-bashkirii-nachali-remontirovat-regionalnuyu-dorogu-belebey-tuymazy-3843443

Автор:Алмаз Закиров
Читайте нас: