Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль , 10:00

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште

Бәләбәй районының башҡорт теле уҡытыусылары район методик кәңәшмәһенә йыйылды.

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште

Сара Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова исемен йөрөткән Бәләбәй ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры В.С. Павлов сәләмләне һәм мәктәп тормошо менән таныштырҙы.

Был юлы ултырыш башҡорт телен өйрәнеүҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ иткән ысулдар һәм алымдарға арналды. Башҡорт теле уҡытыусыһы З.Ф.  Әхмәрова сығышы ошо теманы яҡтыртыуға йүнәлтелде.

Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы С.Х. Гәрәева, мәғариф яңылыҡтары менән таныштырып, ҡуйылған бурыстарҙың актуаллеген, семинарҙың ғәмәли яҡтан да бик әһәмиәтле булыуын билдәләне.

РМБ етәксеһе А.Ш. Борисова "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025” конкурсына әҙерлек барышы тураһында һөйләне, методик кәңәштәрен еткерҙе.

Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, дәрестәрҙә яңы ысул һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Сәлимә Закирова, 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Автор:
Читайте нас: