+2 °С
Болотло
Бәләбәй районынан 1-се, 15-се мәктәптәр, башҡорт һәм сыуаш гимназиялары уҡытыусылары ярышты. Улар ижади һәм креатив идеялар һәм педагогик табыштар күрһәтте.
Жюри иғтибарына бәләбәйҙәр «Мин, һин, ул! Бергә — тотош ил, бергә — татыу ғаилә!» визит карточкаһы, «Сикһеҙ мөмкинлектәр!» демодәресе күрһәттеләр, «Мәктәп: күҙәтеүҙәрҙән үҙгәрештәргә» кейс-чемпионатында ҡатнаштылар.
Педагогик марафон еңеүсеһен 14 мартта «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2025» конкурсы еңеүселәрен бүләкләгән тантанала атаясаҡтар.
Регина Иванова.
Фотолар Мәғариф идаралығынан