Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль , 12:00

Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнөндә Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк китапханаһында бик матур сара уҙҙы. Әлеге иҫтәлекле көнгә арнап әҙәби альманах итеп ойошторолған кисәгә ҡала медицина колледжының беренсе курс студенттары (уҡытыусылары Гүзәл Вәлиулина , шулай уҡ Бәләбәй “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары килделәр.

Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы
Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы

Китапхананың йәмле залында алып барыусының был милли байрам менән ҡотлауынан башланған сара күңелле лә, бай эстәлекле лә булды. Алып барыусылар Рәсимә Сәлимова менән Фәйрүзә Ардаширова Халыҡ-ара туған тел көнөнөң ниңә нәҡ бына 21 февралдә уҙғарыла башлау тарихы, инде уның 25 йыл (1999 йылдан бирле) бөтөн тарафтарҙа үткәрелеп килеүе; донъя, ил, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәре, уларҙың бөгөнгө яҙмышы тураһында (һәр 15 көн һайын бер тел үлә) бер кемде лә битараф ҡалдырмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирҙеләр.

Бәләбәйҙә башлыса рус, татар, башҡорт, сыуаш халыҡтары йәшәгәнгә, был телдәргә айырыуса иғтибар бирелде, уларҙың үҙенсәлектәре, шул телдәрҙә ижад итеүсе күренекле яҙыусылар, шағирҙар телгә алынды. “Аҡ ҡалпаҡ” ҡыҙҙары татар халҡы гимны “Туған тел”де йырлағанда, бөтөн зал ҡушылды. Әлеге ойошма етәксеһе Ғәлиә Әхмәтшинаның татар теле хаҡында фәһемле һүҙе, шишмәләй сылтырап ҡына торған дүрт телдең моңон, матурлығын, йырҙарын сағылдырған видеояҙмалар сараны тағын да байытты, күркәмләндерҙе. Шағирә Зәйфә Сәлихованың үҙе уҡыуында “Туған телгә тыуған көнөндә” шиғыры күптәрҙең әсә телен яратыу билдәһе булып яңғыраны.

Студенттар алып барыусылар әҙерләгән телдәргә ҡағылышлы биремдәрҙе лә теләп башҡарҙылар: рус телендәге “род” һүҙенән ниндәй һүҙҙәр яһап була; татар, башҡорт, сыуаш телдәрендә мәҡәлдәр нисек яңғырай, уларҙың рус теленә тәржемәһе нисек була һ.б.

Бөгөн телдәрҙең яҙмышы, паразит һүҙҙәр ҡулланыу, йәштәрҙең әҙәби телдән бик йыраҡ булған заманса телдә (сленг) һөйләшеүе, күптәрҙең үҙ туған телен онотоуы... Йәнде әрнеткән был хәлдәр тураһында ла алып барыусыларҙың етди һүҙе һәр кем өсөн уйланырлыҡ ерлек булды.

Әйе, тел ғалимы Рүзәл Йосопов әйткәнсә, тел ул – бөтөн халыҡ ҡаҙанышы, меңдәрсә, миллиондарса кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Шуға күрә лә телгә ҡарата башбаштаҡлыҡ ҡылырға, уның менән һаҡһыҙ эш итергә, уны үҙеңә оҡшағанса боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ.

Кисә ысын мәғәнәһендә һәр кемдең үҙ милләтенә һәм туған теленә ҡарата ихтирам, уларҙы ҙурлау, ололау тойғоларын көсәйтте. Күңелдә оҙаҡ һаҡланасаҡ сараны ойошторған китапхана хеҙмәткәрҙәре Рәсимә Сәлимова менән Фәйрүзә Ардашироваға рәхмәтле булып таралышты килгәндәр. Бай эстәлекле сценарийҙың авторы – бар ғүмерен китапханасы эшенә бағышлаған, 51 йыл хеҙмәт стажына эйә Рәсимә Мөҙәрис ҡыҙы Сәлимова үҙе.

Һәр кемебеҙҙең ӘСӘ теле ҡабатланмаҫ һәм берҙән-бер, уны ЙӘШӘТӘЙЕК!

Зәйфә Сәлихова.

Фотолар китапхананан.

Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы
Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы
Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы
Китапханала Туған телдәрҙе ҙурлаған кисә уҙҙы
Автор:
Читайте нас: