Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Март , 19:00

Ғалимдарҙың яңы эшләнмәһе бетон һәм металды ныҡлыраҡ итә

Вуз-ара кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының Углерод технологиялары үҙәгенең углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһы ғалимдары төрлө материалдарҙың сыҙамлылығын һәм ныҡлығын арттырырға өйрәнгән.

Ғалимдарҙың яңы эшләнмәһе бетон һәм металды ныҡлыраҡ итә
Ғалимдарҙың яңы эшләнмәһе бетон һәм металды ныҡлыраҡ итә

Вуз-ара кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының Углерод технологиялары үҙәгенең углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһы ғалимдары төрлө материалдарҙың сыҙамлылығын һәм ныҡлығын арттырырға өйрәнгән. Улар прототип нигеҙендә арзан углерод сеймалынан графен ҡоромо һәм турбострат графены алыу буйынса яҡшыртылған һәм модернизацияланған ҡоролма төҙөгән. Был материалды резина һәм пластик нигеҙендә яңы композицион материалдар булдырыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Был эш күп тармаҡтар өсөн актуаль: резина туптар, спорт таяҡтары һәм япмалар, төҙөлөштә цемент һәм битум етештереүҙән алы, автомобиль һәм автобус корпустары һәм тәгәрмәстәре эшләүгә тиклем.

 Лабораторияла графенды плазмохимик ысул менән синтезлайҙар: барлыҡҡа килгән электр дуғаһынан 4500-5000 °C температуралы плазма алына (сағыштырыу өсөн, Ҡояштағы температура - 5600 °C). Был шарттарҙа ҡоролмала углерод сеймалы молекулалары атомлаштырыла, һөҙөмтәлә атомдар графендың матур конструкцияһына йыйыла. Установканың үҙенсәлеге йыл дауамында алынған өс патент менән раҫлана. Алда тағы ла күп эштәр тора – материалдың сығышын һәм сифатын арттырыу, уны һынау һәм сәнәғәттә ҡулланыу. – Кампус - фән ғибәҙәтханаһы. Республика властарына донъя кимәлендәге шарттарҙа эшләү мөмкинлеге өсөн рәхмәтлемен. Мин Франция, Германия, Италия университеттарында булдым - бында насар түгел, ә бизнес менән ғилми яҡтан мөмкин булғанса үҙ-ара эш итеү буйынса, бәлки, яҡшыраҡтыр та, - ти лаборатория начальнигы Михаил Доломатов.

Белешмә.   ӨДНТУ-ның Углерод технологиялары үҙәгенең углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһы 2024 йылдың февралендә вуз-ара кампус асылғандан алып эшләй. Бында функциональ углерод һәм наноуглерод материалдарын алыу технологияларын эшләү, уларҙың физик-химик һәм эксплуатация үҙенсәлектәрен анализлау менән шөғөлләнәләр. Лабораторияла сәнәғәттә киң ҡулланыласаҡ углерод һәм наноуглерод тултырғыстары менән принципиаль яңы композицион материалдар булдырыла; ҡулланыу перспективаһына эйә булған һәм нефть химияһында, ярымүткәргестәр физикаһында һәм медицинала ҡулланылған матдәләрҙең үҙенсәлектәрен спектроскопик контролдә тотоуҙың яңы ысулдары эшләнә.

 Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/26220/  

 

Автор:
Читайте нас: