Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Людмила Оноприенко һүҙҙәренсә, был көндә сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре балалары урынына, имтихан биреү пунктына үтеүҙән башлап, үҙ һөҙөмтәләрен алыуға тиклем, БДИ процедураһын үтеү мөмкинлеге аласаҡ. Уларға база кимәлендә математиканан БДИ-ның ҡыҫҡартылған вариантын үтәргә тәҡдим итәсәктәр. Бынан төрлө типтағы имтихан биремдәре тураһында күҙалларға мөмкин буласаҡ.
Акция 17-се мәктәп базаһында сәғәт 11-ҙә башлана.
Сара барышында ата-әсәләр бына нәмәләрҙе күреп беләсәк:
- БДИ-ға теркәү нисек үтә һәм аудиторияларҙа уҡыусыларҙы нисек ултырталар;
- БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың эш урындары ниндәй;
- БДИ уҙғарыуҙың объективлығына контролде нисек ойошторорға;
- имтихан уҙғарыу пунктында контроль үлсәү материалдарын баҫыу һәм сканерлау нисек бара.
Акцияла ҡатнашыу өсөн балағыҙ уҡыған мәктәпкә мәрәжәғәт итергә һәм теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ Мәғариф идаралығына +7(34786) 5-72-02 телефонына шылтыратырға була.
Регина Иванова әҙерләне