Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март , 15:00

Башҡортостандағы «Мәктәп 21» тәүге ҡабул итеүгә старт бирҙе

Мәктәпкә тәүге һайлап алыу этабы 2 июндә башлана. Эйе, унда эләгеү еңелдән түгел, бер нисә һынауҙы үтергә кәрәк. Әммә шуныһы мөһим – был проектты тамамлаусыларҙы илдең эш биреүселәре юғары баһалай. 

Башҡортостандағы «Мәктәп 21» тәүге ҡабул итеүгә старт бирҙе
Башҡортостандағы «Мәктәп 21» тәүге ҡабул итеүгә старт бирҙе

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бөгөн билдәләнгән әһәмиәтле ваҡиға тураһында яҙма менән уртаҡлашты.

«Башҡортостанда һанлы технологиялар үҫеше хаҡында һүҙ алып барғанда, кешеләрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Биналар төҙөргә, инфраструктура тупларға һәм шәп ҡорамалдар ҡуйырға мөмкин, әммә профессионалдарһыҙ был эш бушҡа буласаҡ.

Тап шуға ла республикала юғары кимәлле, амбициялы IT-белгестәр әҙерләйәсәк мәктәп асырға ҡарар ителде. Лайыҡлы, талантлы балалар беҙҙең күҙ уңында булһын өсөн уны бушлай нигеҙҙә асабыҙ.

«Мәктәп 21» федераль белем биреү проекты етәкселегенә ошондай һорау менән мөрәжәғәт иттек. Тап бөгөн Башҡортостандағы “Мәктәп 21+” тәүге ҡабул итеүгә старт бирҙе.  Ошо хаҡта вуз-ара кампуста үткән матбуғат конференцияһында һөйләнек.

Мәктәпкә тәүге һайлап алыу этабы 2 июндә башлана. Эйе, унда эләгеү еңелдән түгел, бер нисә һынауҙы үтергә кәрәк. Әммә шуныһы мөһим – был проектты тамамлаусыларҙы илдең эш биреүселәре юғары баһалай.

Әммә, һыҙыҡ өҫтөнә алам, беҙҙең өсөн буласаҡ белгестәрҙең республикала ҡалыуы мөһим. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Һаҡлыҡ банкы араһындағы стратегик партнерлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылған «Мәктәп 21+» проекты тап ошоно күҙ уңында тотоп булдырылды ла инде.

Беҙҙең төбәктә төп тармаҡтарҙың барыһында ла тиерлек IT-белгестәр кәрәк. Тәү сиратта нефть химияһында һәм энергетикала, ауыл хужалығында, сәнәғәттә, медицинала, мәғарифта, туризмда. «Мәктәп 21+»тә ҡатнашыусылар ошо өлкәләргә үҫешергә ярҙам итерлек продукттар әҙерләргә өйрәнәсәк.

Башҡортостанда «Мәктәп 21» юҡҡа ғына “плюс” билдәһе менән булдырылманы. Беҙҙең төбәктә ул үҙ эсенә генетикала һанлы технологиялар буйынса махсус программаны һәм балалар йүнәлешен үҙ эсенә ала. Балалар бәләкәйҙән микроконтроллерҙарҙы өйрәнәсәк, электрон схемаларҙы программалау һәм төҙөү күнекмәләрен берләштерәсәк, ҡоролмалар араһында үҙ-ара эш итеү өсөн скрипттар яҙырға өйрәнәсәк.

Минеңсә, был – бик план лайыҡлы һәм беҙ уны хуплайбыҙ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Андрей Назаров.   

Сығанаҡ: https://vk.com/agnazarov

Автор:
Читайте нас: