Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март , 12:00

Осрашыу файҙалы булды

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары лидерҙары менән осрашты.

Осрашыу файҙалы булды
Осрашыу файҙалы булды

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республикала 92 колледж бар, уларҙың һаны буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләйбеҙ, уларҙа 120 мең студент белем ала, 169 йүнәлеш һәм 84 һөнәр буйынса кадрҙар әҙерләнә.

«Беҙҙә күп кенә тармаҡта квалификациялы кадрҙар етмәй. Ә эшсе һөнәрҙәр популярлыҡ яулай бара. Технологияларҙы үҫтереү, автоматлаштырыу, һанлы форматҡа күсеү һөҙөмтәһендә һеҙҙең алда киң мөмкинлектәр асыла. Һеҙ – заманса ҡорамалдарҙа эшләү, мөһим техник оҫталыҡ, юғары квалификация алыу мөмкинлеге булған яңы быуын белгестәре. Быларҙың барыһы ла һеҙгә профессиональ яҡтан үҫешеүҙә мөһим роль уйнай. Урта һөнәри белем биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, колледждарҙа һәм ятаҡтарҙа капиталь ремонт эшләй башланыҡ», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы тәҡдиме менән 2022 йылда урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Былтыр 15 колледжға 331 миллион һумға торошло капиталь ремонт яһалған.

«Өс йылда республика ҡаҙнаһынан 29 колледжды капиталь төҙөкләндереү өсөн 1,3 миллиард һум аҡса бүлдек. Быйыл Мәсәғүт педагогия һәм Аҡъяр тау колледжын, Башҡорт агросәнәғәт колледжының Шишмә филиалын ремонтлайбыҙ. Алты колледж ике йылда ҡорамалдарҙы яңыртыуға 30-шар миллион һум аҡса алды», — тине Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, быйылдан колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль программа башлана.

Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы студенттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/vstrecha-s-liderami-studencheskogo-samoupravleniya-kolledzhey-bashkortostana-74268/

Автор:
Читайте нас: