- Владимир Владимирович, "Рувики" Рәсәй интернет-энциклопедияһына ни бары йыл ярым ғына, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт ғына эсендә уның тураһында илдә яҡшы беләләр, ул әүҙем тулылана. Был ваҡыт эсендә башҡарылған эштәрҙе нисек баһалайһығыҙ? "Рувики"ла нисә мәҡәлә яҙылған һәм урынлаштырылған? Һеҙ ниндәй яңы партнерҙар менән бәйләнеш булдырҙығыҙ?
- Бик ыңғай баһалайбыҙ. Баштан уҡ беҙ үҙ алдыбыҙға ике ҙур бурыс ҡуйҙыҡ: материалдарҙың сифаты һәм платформаның технологик ҡеүәте өҫтөндә эшләү. Был ике мәсьәлә лә бик етеҙ тиҙлек менән тормошҡа ашырыла. Беҙҙә профессиональ редакция тупланған, ул яңы материалдар әҙерләй һәм ирекмәндәрҙең текстарының сифатын күҙәтә, беҙ абруйлы партнерҙар, шул иҫәптән Рәсәй Фәндәр академияһы, Дәүләт тарих музейы, Президент китапханаһы, мәҙәниәт министрлығы, тәбиғәт министрлығы һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2024 йылда рус телендә генә 81 меңдән ашыу яңы мәҡәлә яҙылды, ә платформала уларҙың дөйөм һаны 2 миллион 80 меңдән ашып китә.
Әммә редакция өлөшөнән тыш, беҙ "Рувики"ҙы баҙарҙағы иң технологик энциклопедия итә алдыҡ. Беҙҙә Yandex GPT нигеҙендә нейро-яуап ғәмәлгә индерелгән, ул һеҙгә һорауҙы ирекле рәүештә биерегә һәм шунда уҡ уға аныҡ яуап алырға мөмкинлек бирә. Был яуапты платформа төрлө - ябайыраҡ, ҡыҫҡараҡ һәм академик стилдәрҙә һөйләп бирә ала. Беҙҙә мәҡәләләрҙе уҡырға ғына түгел, ә ҡыҫҡартылған рәүештә тыңларға ла мөмкин. Һорауға яуаплағанда "Рувики" һеҙгә теманы тәрәнерәк төшөнөр өсөн кәңәштәр бирә. Был, ысынлап та, бик уңайлы хеҙмәт, һәм беҙ уны артабан да камиллаштырасаҡбыҙ.
- "Рувики"ҙың аудиторияһы ниндәй һәм күпме?
- "Рувики" аудиторияһы бик ҙур, әммә һуңғы айҙарҙа 25-34 йәш төркөмөндәге кешеләр беренсе урынды биләй. Беҙҙе мәктәп уҡыусылары ла, пенсионерҙар ҙа уҡый, сөнки һәр һорауға яуап табырға теләү — ул универсаль ихтыяж. "Рувики"ҙың айлыҡ аудиторияһы бөгөн алты миллиондан ашыу уникаль ҡулланыусы тәшкил итә. Әлбиттә, бер нисә тапҡыр инеүҙе һанағанда, был һан тағы ла күберәк.
- "Рувики" платформаһында ниндәй технологик яңылыҡтар ғәмәлгә индерелгән һәм нимәләр планлаштырыла?
- Нейро-яуап, текстың ҡыҫҡа вариантын биреү, аудиоформат, тексҡа уйын формаларын индереү, тексты ҡабатлау функцияһы. Яҡын арала навигация уңайлыраҡ булһын өсөн рубрикаторҙы камиллаштырыу, ҡулланыусыларға ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн квиздар өҫтәү, платформаны һеҙҙең шәхси мәнфәғәттәрегеҙгә яраҡлаштырыу көсәйтеләсәк.
- Һеҙҙең платформала материалдарҙың хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителә?
- Был төшөнсәгә нимә һалыуығыҙға ҡарап. Әгәр мәғлүмәттең дөрөҫлөгө тураһында һүҙ барһа, бында бер нисә баһа билдәһе бар. Иң беренсе, был платформаның үҙенең ҡағиҙәләре. Һәр тезис абруйлы сығанаҡҡа һылтанма менән раҫланырға, һөйләү нейтраль, баһаһыҙ, энциклопедик характерҙа булырға тейеш. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен боҙмаҫма. Икенсе өлөш - беҙҙең редакция эше. Ул яңы мәҡәләләр йөкмәткеһенең күрһәтелгән сығанаҡтарға тап килеүен ентекле тикшерә. Һәм, ниһайәт, беҙҙең төп өҫтөнлөгөбөҙ — эксперттар менән хеҙмәттәшлек итеү. Үткән йылда Рәсәй Фәндәр академияһы ғына 10 меңдән ашыу "Рувики" материалын тикшерҙе. Ә беҙҙең партнерҙар исемлеге даими киңәйә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә беҙ Һанлы мөхиттә балаларҙы яҡлау альянсы менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ хаҡында иғлан иттек. Беҙ балалар һәм ата-әсәләр өсөн бүлек әҙерләнек, унда интернеттағы төп хәүефтәр менән танышырға һәм һанлы гигиена ҡағиҙәләрен өйрәнергә мөмкин. Хәүефһеҙлек йәһәтенән шулай уҡ бик файҙалы проект.
- "Рувики" мәғариф тармағында ҡулланыла аламы? Был өлкәлә яңы проекттар планлаштыраһығыҙмы, уҡыусылар, йәштәр өсөн махсус бүлектәр бармы?
- Мөмкин генә түгел, файҙаланыла ла. Беҙ мәктәп уҡыусылары өсөн Төп дәүләт имтиханына һәм Берҙәм дәүләтимтиханына әҙерләнергә ярҙам иткән портал әҙерләнек. Был - Рәсәй фәндәр академияһының һыналған тест китапханаһы, уларҙы белеү сығарылыш һынауҙарында кәрәк буласаҡ. Хәҙер беҙ был проект һәм башҡа башланғыстар сиктәрендә Мәскәү Хөкүмәтенең Социаль комплексы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
- Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә бүлектәрҙе тулыландырыу йәһәтенән "Рувики" нисек үҫешә? Был бүлектәргә ихтыяж бармы?
- Рус теленән тыш, "Рувики" Рәсәй халыҡтарының 20 телендә эшләй. Был бүлектәргә ихтыяж күҙәтелә, уларҙа 1 миллион 400 меңдән ашыу материал һәм етерлек уҡыусылар бар. Әммә беҙ был йүнәлеште үҫтереү менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ һәм туған телдә мәҡәләләр яҙырға әҙер булған ирекмәндәргә шатбыҙ.
- Ә башҡорт телендәге бүлектең тулыланыуына ҡарата нимә әйтергә була? Унда нисә мәҡәлә бар? Ирекмәндәр күпме? Улар менән нисек эшләйһегеҙ?
- Башҡорт бүлеге ҡулланыусыларҙың әүҙемлеге йәһәтенән һәм популяр тел бүлектәре иҫәбендә беренсе урындарҙы биләй, шулай уҡ тулыландырылыуы буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инә - хәҙер унда 75 меңдән ашыу материал бар. Был исемлектә - шулай уҡ чечен, татар, сыуаш һәм яҡут телдәре. Һәр ирекмән платформала үҙаллы теркәлә һәм мәҡәләләр яҙа башлай ала. Иң әүҙем авторҙарға бүләктәр тапшырабыҙ, һәм беҙҙә махсус ярҙам хеҙмәте бар, унда теләһә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
- "Рувики" ирекмәндәре тураһында һүҙ барғанда, улар өсөн ниндәйҙер бонус программаһы булдырылғанмы? Платформала аҡса эшләү мөмкинлеге бармы?
- Был ике төрлө тема. Бонус программаһы "Рувики"ҙың ирекмән авторҙарына ҡағыла. Беҙ ирекмәндәр һанының артыуын теләйбеҙ (әле энциклопедия өҫтөндә айына 800-гә яҡын кеше эшләй). Бының өсөн беҙ дәрәжә һәм бүләктәр алырға мөмкинлек биргән ярҙам программаһы булдырҙыҡ. Платформала автор ни тиклем күберәк файҙалы эш башҡарһа, шул тиклем күберәк балл йыя ала, ул сертификаттарға алмаштырыла. Шуға күрә ҡыҙыҡһыныуың өсөн бүләктәр алырға мөмкин.
Ресурсты аҡсаға әйләндереү бонус программаһына бәйле түгел. Беҙҙең сайтта реклама бар. Беҙ был мәсьәләгә бик һаҡ ҡарайбыҙ, беҙҙә "ғаилә фильтрҙары" эшләй, ҡайһы бер реклама биреүселәр категорияһынан баш тарттыҡ, сөнки беҙгә хатта реклама баннерҙарында ла энциклопедия өсөн ярашлы булмаған мәғлүмәт булмауы мөһим.
- Һеҙҙең майҙансыҡҡа Ҙур Рәсәй энциклопедияһы материалдарын тапшырырға ҡарар ителде. Был проект эше нисек бара?
- Был - ҡатмарлы проект, ҙур тырышлыҡ талап итә. Хәҙер был эш төрлө кимәлдә алып барыла, һәм әлегә уны тамамлау ваҡыты тураһында һөйләргә иртәрәк. Ҙур Рәсәй энциклопедияһының бөтә эшләнмәләрен мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ, сөнки был - бик абруйлы белем сығанағы.
- "Рувики"ың 2025 йылға, атап әйткәндә, яңы ҡулланыусыларҙы, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү, платформаны популярлаштырыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ниндәй пландары бар?
- Эшебеҙҙең бөтә төп йүнәлештәрен үҫтерергә. Партнерҙарыбыҙ рецензиялаған сифатлы мәҡәләләр күләмен күбәйтергә һәм, әлбиттә, бөтә көнүҙәк күренештәр һәм ваҡиғалар тураһында яңыларын яҙыу. Материалдарҙың ағымдағы базаһын һаҡларға, оператив рәүештә бөтә яңыртыуҙарҙы индерергә. Ҡулланыусыға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн продуктты камиллаштырырға, яһалма интеллекттың һуңғы ҡаҙаныштарын файҙаланып, уға яңы функционал өҫтәргә. Проектҡа ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе, студенттарҙы, үҙ эшенең белгестәрен саҡырып, ирекмәндәр базаһын үҫтерергә. Һәм көн һайын үҫешә барырға!
- Владимир Владимирович, һорауҙарыбыҙға ентекле яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт. "Башинформ" һеҙгә "Рувики" проектын үҫтереүҙә уңыштар теләй.
Авторы: Алик Шакиров.