Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март , 17:00

Вуз-ара кампуста яңы антидепрессант булдыралар

БДМУ-ның бәләкәй таргет молекулаларын эҙләү лабораторияһы ғалимдары депрессиялы тайпылыштарҙы дауалау өсөн drug-candidate (потенциаль яңы фармацевтик берләшмә) эшләү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә.

Вуз-ара кампуста яңы антидепрессант булдыралар
Вуз-ара кампуста яңы антидепрессант булдыралар

Ул терапияның һөҙөмтәлелеген яҡшыртыуға ғына түгел, ә кире тәьҫирҙәрҙе кәметеүгә лә йүнәлтелгән, һәм был дауалауҙы пациенттар өсөн хәүефһеҙерәк итә. Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың заманса ҡорамалдары, алдынғы технологияларҙы ҡулланыу һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеү донъя фәне фронтирҙары буйынса тикшеренеүҙәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, тип һөйләнеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.

Күптән түгел лаборатория ғалимдары тиетан циклы булған яңы молекуланы синтезлаған, ул яңы антидепрессантҡа нигеҙ булып тора.

Тулыраҡ

Автор:
Читайте нас: