Яҡын арала Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте менән берлектә Рөстәм мәғрифәтселек лекцияларында ҡатнашасаҡ. Блогер билдәләүенсә, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ауыр яраланған яугирҙар менән аралашыуға баҫым яһаясаҡ.
- Уларҙың ниндәй хәлдә булыуын яҡшы аңлайым.
Ҡасандыр үҙем дә ошо ҡатмарлы юлды үттем. Улар менән үҙемдең белемемде уртаҡлашырға теләйем. Мөмкинлек сикләнһә лә, тормош дауам итә. Был осраҡта нимә эшләргә, нисек һынып ҡалмаҫҡа, шул хаҡта һөйләшәсәкмен– ти блогер.
Быйыл
ул яңы йәмәғәт һәм мәғрифәтселек проектын башларға ниәтләй.
– Был проектта илебеҙҙең ир-егеттәре менән эшләргә ниәтләйем. Яңыраҡ ҡына беҙҙә ошондай идея барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, беҙҙә Матвиенко Валентина Ивановна (Федерация Советы спикеры – ред.) Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар форумын үткәрә, ә беҙ ир-егеттәр өсөн дә шулай эшләргә теләйбеҙ. Беҙ үҙ республикабыҙҙа башлайбыҙ, ә һуңынан федераль кимәлгә сығырға йыйынабыҙ. Был проект сиктәрендә сәләмәт ир-егеттең көслө иҡтисадтың да, нәҫелебеҙҙең дә нигеҙе булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Илебеҙҙә сәләмәт кешенең генотибы нығынһын өсөн, – ти ул.
Блогер
әйтеүенсә, был атайҙар һәм ирҙәр съезы кеүек буласаҡ, улар бергәләп киләсәк быуын уларҙан ниндәй ҡиммәттәр алырға тейешлеген билдәләйәсәк. Һәм тормоштоң бөтә аспекты, шул иҫәптән психологик аспектына ла ҡағыласаҡ. Был проекттың датаһы әлегә аныҡ билдәле түгел. Әммә концепция һәм идеяһы бар, тимәк, форум үҙе лә, аталарҙан улдарына тапшырыуға лайыҡлы фекере лә билдәләнәсәк.
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-03-10/bloger-r-st-m-n-biev-ya-y-m-rif-tselek-proektyn-buldyrasa-4150589