Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында уҙған «Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау» профориентация дәресе тап ошо һөнәргә арналды.
11 кластар уҡыусылары менән осрашыуға Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары буйынса хәрби комиссар Рөстәм Сәхәбов, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Федоров, хеҙмәткә саҡырыу буйынса белгес Андрей Хабин килделәр.
Военком йыйылғандарға хәрби һөнәр, Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттарына инеү, уҡыу үҙенсәлектәре, хәҙерге Рәсәй армияһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең социаль хәле тураһында һөйләне.
Рөстәм Мәғҙән улы хәрби училищеларға уҡырға ҡыҙҙарҙың дә керә алыуын әйтте. Миҫалға, элемтә институтына. Унда уңышлы уҡыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, дәүләттән ярҙам да һәйбәт.
Военком шулай уҡ егеттәрҙе хәрби вуздарға уҡырға инергә саҡырҙы. Уны тамамлағас, улар армия һәм флот рәттәрен тулыландыра аласаҡ.
Киләсәктә офицер булыу карьераһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, егеттәр һорауҙарына тулы яуаптар алды.
Сара һуңында уҡыусылар хәрби һөнәрҙәрҙе һәм терминдарҙы белеүгә тест һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Д. Минәжев фотолары