Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
1 Апрель , 16:00

1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы

Башҡортостанда 1 апрелдән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы.

1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы
1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы

Ата-әсәләр сиратта урынды өс төрлө юл менән алырға мөмкин: үҙҙәре мәктәпкә килеп, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» сайтында электрон формала һәм документтарын почта аша ебәреп.

Беренсе кластарҙың һаны, кәрәкле документтар һәм биләмәгә беркетелеү тураһындағы барлыҡ мәғлүмәттәр мәктәптәр сайттарында бирелгән. МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өҫтөнлөк менән файҙалана.

Ҡабул итеүҙең беренсе этабы 30 июнгә тиклем дауам итә, икенсе этап 6 июлдә башлана. 6,5 йәшлек һәм 8 йәштән өлкән балалар өсөн айырым шарттар ҡаралған – уларҙың ата-әсәләренә Мәғариф идаралығынан алдан рөхсәт алырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: