Осрашыу барышында кампуста Өфө университеты һәм Чанчжоу университеты нигеҙендә берлектәге Рәсәй-Ҡытай институтын булдырыу проекты өҫтөндә эшләү буйынса хоҡуҡи һәм ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Түбәндәге йүнәлештәр буйынса 5 бакалавриат программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла: «Материалдарҙы өйрәнеү һәм материалдар технологиялары», «Мехатроника һәм робот техникаһы», «Химия технологияһында, нефть химияһында һәм биотехнологияла энергия һәм ресурс һаҡлау процестары», «Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу», «Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм улар менән идара итеү».
Ҡытай студенттары Чанчжоу университетында дүрт йыл уҡыясаҡ һәм уҡыу дисциплиналарының 30 проценты тирәһен уларға Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы ғалимдары инглиз телендә уҡытасаҡ. Яҡтар шулай уҡ «Материалдарҙы өйрәнеү», «Химия», «Мәғлүмәт технологиялары» дисциплиналары буйынса аспиранттарҙың берлектәге әҙерлегенә айырыуса иғтибар бүлеп, хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен ҡараны.
- Беҙгә Ҡытайҙағы коллегалар менән хеҙмәттәшлек бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы, сөнки беҙҙе материалдарҙы өйрәнеү, энергетика, мәғлүмәт технологиялары, химия һәм яңы материалдар өлкәһендә көнүҙәк ғилми-техник йүнәлештәр берләштерә, - тине Өфө университеты ректоры Вадим Захаров.
Визиттың рәсми өлөшөнән һуң ҡунаҡтар вуз-ара студенттар кампусы буйлап экскурсияла йөрөнө. Улар полимер композицион материалдар, органик электроника, күп функциялы материалдар лабораторияларында һәм киберспорт үҙәгендә булды.
Шуны ла билдәләп үтәйек, Өфө фән һәм технологиялар университеты Ҡытай Халыҡ Республикаһы вуздары менән үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ нигеҙендә юғары сифатлы кооперацияны әүҙем үҫтерә. Өфө вуз-ара кампусы резиденты һәм Ҡытай университеттары араһында 30-ға яҡын килешеү төҙөлдө. Үҙ-ара эш итеүҙең төп формалары булып берләштерелгән белем биреү һәм академик мобиллек программалары тора. Йыл һайын ошо юғары уҡыу йорттарынан 100-ҙән ашыу студент академик мобиллек программаһында ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru