Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар , 11:00

Студентҡа фотоһунар

15-се мәктәптә үҙенсәлекле «Студентҡа фотоһунар» фотоконкурсы уҙҙы. Унда 7-9 кластар уҡыусылары ҡатнашты.

Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар

Конкурс сиктәрендә уҡыусылар, «Студенттар» темаһына билдәле фотоһүрәттәрҙән өлгө алып, фотоға төштө. Балалар Леонид Гайдайҙың билдәле фильмдары һәм Интернет селтәренән популяр юмористик һүрәттәрҙән  илһам алды.

Мәктәп берләшмәһендә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 8 «А» класы командаһы еңеү яуланы. Балалар «Операция «Ы» комедияһынан стоп-кадрҙың кәйефен һәм Шуриктың башҡа мажараларын дөрөҫ күрһәтә алды.

15-се мәктәп директоры Марина Ғәйнетдинова мәктәп уҡыусыларын үҫтереү өсөн ошондай сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәренсә, бындай конкурстар уҡыусыларға һәләттәрен асырға, командала эшләргә өйрәнергә, ғәҙәти булмаған алымдар табырға һәм креатив фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә.

Фотолар: 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Студентҡа фотоһунар
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас