Милли аш-һыу, халыҡ йолалары күсәгилешлеген билдәләп, быуындан быуынға тапшырыла. Был аш-һыуҙарҙы әҙерләү һәм ҡулланыу кешеләрҙе яҡынайта, мәҙәни оҡшашлыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, балаларҙа туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыуға булышлыҡ итә.
Ошо маҡсатта республика Мәғариф министрлығы йыл һайын «Минең милли ризығым» флешмобын ойоштора.
Район уҡыусылары акцияға әүҙем ҡушылды. Өйҙә, мәктәп ашханаларында улар төрлө аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөнә, ғаиләһенең һәм республикабыҙҙың мәҙәни йолаларына ылыға.
Фотолар Бәләбәй мәктәптәренән