Әлеге ваҡытта «Минең ҡалам» идарасы компанияһы хеҙмәтләндергән Революционерҙар урамындағы 9-сы һәм Интернациональ урамындағы 134-се йорттарҙың түбәләрендә эштәр башланған. Ике йортта ла түбә алыштырыуҙың заказсыһы – БР-ҙың төбәк операторы, подрядсыһы – «Уралнефтьспецмонтаж» йәмғиәте.
Энергетик Эльдар Вальшин әйтеүенсә, эштәр раҫланған планға ярашлы алып барыла. Ремонтсылар түбәнең ағас асамайҙарын тулыһынса яңыртып, профнастил ябасаҡтар.
– Йәй аҙағына тиклем барлыҡ эштәрҙе тамамларға тырышасаҡбыҙ, ямғырҙар ғына ҡамасауламаһын, – тип һөйләне «Уралнефтьспецмонтаж» йәмғиәте мастеры Илнур Зәйнетдинов. – Беҙ идарасы компания, йорттарға яуаплы кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Атламаларҙың торошона ҡарағанда, был түбәләргә капиталь ремонт йорттар тапшырылғандан бирле яһалмаған, өлөшләтә генә ремонтлағандар. Беҙ эштәрҙе сифатлы итеп башҡарырға ынтылабыҙ, шуға йорттарҙа йәшүселәр яңы түбәнән ҡәнәғәт ҡалыр тип уйлайбыҙ.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Елена Петрова фотолары