Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Апрель 2023, 15:00

Бәләбәйҙә юлдарҙағы соҡорҙарҙы цифрлаштыралар

15 майға тиклем республика юлдарындағы соҡорҙарҙы цифрлаштырыу тамамлана, унан бер айҙа асфальттағы барлыҡ аварияға килтерерҙәй соҡорҙарҙы ямаясаҡтар.

Бәләбәйҙә юлдарҙағы соҡорҙарҙы цифрлаштыралар
Бәләбәйҙә юлдарҙағы соҡорҙарҙы цифрлаштыралар

Ремонт эштәрен юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыу автоматлаштырылған системаһы (СКПДИ) аша күҙәтеп барасаҡтар.

Бәләбәй районында ошо системаға индерелгән мәғлүмәттәрҙе цифрлаштыра башланылар. Был хаҡта район хакимиәтенең төҙөлөш һәм юл хужалығы бүлегенән хәбәр иттеләр.

Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, юл хеҙмәте соҡорҙарҙы ямау эшенә әҙер. Шулай, «Башкиравтодор» филиалы асфальтбетон ҡатнашмаһы, ваҡ таш һәм битум әҙерләгән.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров барлыҡ муниципалитеттарға юлдарҙағы был кәмселектәрҙе 15 июнгә тиклем тамамларға ҡушты.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: