Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Апрель 2023, 13:00

Приютҡа «Башҡорт ихаталары» килә

Апрелдә «Башҡорт ихаталары» республика программаһы старт ала.

Приютҡа «Башҡорт ихаталары» килә
Приютҡа «Башҡорт ихаталары» килә

– Эштәр апрелдә үк башлана. Халыҡтың барлыҡ теләктәре – йәшелләндереү, хәүефһеҙлек, уңайлы ял урындары булдырыу – иҫәпкә алынды, – тип һөйләне Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова. – Приютта йәмғеһе ете ихата биләмәһе һәр яҡлап ремонтланасаҡ. Улар: Беренсе май урамы, 14, Карл Маркс, 9, 11, 13 һәм ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамы, 15.
Исемлеккә асфальтбетон япмалары ныҡ туҙған, төҙөкләндереү талап ителгән ихаталар индерелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡасабала йәшәүселәҙең мөрәжәғәттәре һәм теләктәре иҫәпкә алынған.

Программа сиктәрендә асфальт яңыртыла, бордюрҙар алыштырыла, яңы эскәмйәләр, сүп һауыттары, сүп-сар йыйыу өсөн заманса майҙансыҡтар ҡуйыла. Шулай уҡ ихаталарҙағы юлдар һәм машиналар ҡуйыу урындары киңәйтелә, тротуарҙар, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары яңыртыла, балаларҙың уйын һәм резина япҡыслы спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерелә.
Рәмзилә Камеристова материалы буйынса

Автор:
Читайте нас: