Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Апрель 2023, 11:00

Яҙғы өмәләр башланды

Апрель айында республикабыҙҙа яҙғы санитар таҙартыу айлығы иғлан ителде. 

Яҙғы өмәләр башланды
Яҙғы өмәләр башланды

Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте таҙалыҡта, тәртиптә тотоу бик мөһим эштәрҙән һанала. Шуға күрә шәмбелә Баймырҙа ауылында ла өмә иғлан ителде. «Күмәкләгән – яу ҡайтарған», тиҙәр. Уҡыусы балалар, йәштәр, ололар бергәләп тотонғас, эш бик йылдам барҙы. Ике ауыл араһындағы юл буйы таҙартылды, аунап ятҡан пластик һәм быяла шешәләр, пакеттар, башҡа сүп-сар йыйылды һәм махсус урынға илтеп түгелде.                                         

Ошо өмәне ойоштороусы ауыл  старостаһы Илмир Марат улы Ҡаһиров менән ауыл советы депутаты Фларид Фәтхелбаян улы Фәсхетдиновҡа һәм өмәлә ҡатнашыусы барлыҡ ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт. Рамаҙан айында изге эштәрегеҙ сауап булып барһын.  Алдағы көндәрҙә лә бындай өмәләр дауам итәсәк.

Әсмә Әхтәриева

 

 

#Экологическийсубботник

#Деньчистоты

# Баймурзино Белебеевский район

Яҙғы өмәләр башланды
Яҙғы өмәләр башланды
Яҙғы өмәләр башланды
Яҙғы өмәләр башланды
Яҙғы өмәләр башланды
Автор:
Читайте нас: