-3 °С
Болотло
- «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә Махсус операцияла, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, һәләк булған геройҙарҙың яҡындары, туғандары, депутаттар, ирекмәндәр, йәмәғәтселәр менән бергә 1100 ҡайын ултырттыҡ. Бындай баҡсалар бөгөн бөтә республика буйлап үҫә. Йыл һайын күберәк ағас ултыртып, урмандар майҙанын арттырыу тураһында һөйләшеп килештек. Шишмә районындағы майҙан – иң ҙуры. Бер нисә йылдан бында бик матур парк буласаҡ. «Хәтер баҡсаһы» – иң матур һәм иң мөһим халыҡ-ара акцияларҙың береһе. Беҙҙең дөйөм маҡсат – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың һәр береһенең иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу.