Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Май 2023, 11:00

Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр

«Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһы сиктәрендә Бәләбәй урамдарында 67 ҙур ағас ултыртылды. Өсөһөнә – биш метрлы йүкәләрҙе Бәләбәй урман хужалығы питомнигы тәҡдим итте.

Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр

Республика экологик проекты Башҡортостан Республикаһында экологик белем һәм мәғариф системаһын камиллаштырыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәте кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән, тиелә БР Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы сайтында. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда мәктәп уҡыусыларының күмәкләп ҡатнашыуы һиҙелмәне. Йола буйынса, ағастарҙы район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәре, депутаттары, йәш армиясылар, «Бәләбәй коммуналсыһы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ултырттылар.

Теүәл  сәғәт 11-ҙә бер үк ваҡытта Совет (ҡала стадионы эргәһендә), Ҡыҙыл армеец («Йәшлек» спорт майҙаны) урамдарында старт алды. Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев: «Үҙең ағас ултыртһаң, бер ваҡытта ла һындырмайһың, – тине, акцияла ҡаинашыусыларға мөрәжәғәт итеп.  – Беҙҙең ҡалабыҙ тағы ла матурыраҡ, йәшелерәк булһын»!

 Акцияға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Мурад Шафиҡов та ҡушылды.

– «Йәшел Башҡортостан» проекты күптән тормошҡа ашырыла һәм Бәләбәй унда һәр саҡ ҡатнаша, – тине йәмәғәтсе.

Мурад Шафиҡов хәбәр итеүенсә, ҡаланың ике белем биреү ойошмаһында «Хәтер баҡсаһы» акцияһын уҙғарыу планлаштырылған. 8-се урта мәктәптә һәм Башҡорт гимназия-интернатында, унда балалар һуғыш геройҙары иҫтәлегенә шыршылар ултыртасаҡ.

– Владимир Путин Башҡортостандан экоактивист Матвей Анискиндың тәҡдимен хупланы. Президент менән тура бәйләнештә ул Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә «Хәтер баҡсалары» ултыртырға тәҡдим итте. Хәҙер иһә беҙҙең заман геройҙарыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Улар тураһында хәтер йәш быуын йөрәгендә һаҡланырға тейеш, –  тип иҫәпләй М. Шафиҡов.

Был көндә экологик акция Революционерҙар урамында (Морозов урамы менән киҫешкән урынға тиклем) уҙҙы. Бында 17 йүкәне Һамар университеты филиалының беренсе курс студенттары ултыртты. Бындағы урман рәтен яңырттылар.

– Беҙ үҙебеҙ «Йәшел Башҡортостан»да ҡатнашыуҙы башлап йөрөүселәр булдыҡ. Ҡала хакимиәтенә шылтыраттыҡ һәм ярҙамыбыҙҙы тәҡдим иттек, – тип һөйләне университет филиалының йәштәр сәйәсәте үҙәге һәм абитуриенттар менән эшләү бүлеге белгесе Альбина Герасименко.

Акция дауам итәсәк.

Светлана Шириня материалы буйынса.

Елена Торгашова фотолары

Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Бәләбәй йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Автор:
Читайте нас: