-3 °С
Болотло
Ағас үҫентеләрен Башҡортостандың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы бирҙе. Өмәлә ҡатнашыусылар уларҙы Колесов ҡылысы ярҙамында ҡул менән ултыртты. Бөтәһе 10 000 төпкә яҡын ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.
Һуңғы ун йылда күлдең һайығыуы күҙәтелә. Шуға бәйле ғалимдар алдында уны тергеҙеү бурысы ҡуйылды. Өфө биология институтының урмансылыҡ лабораторияһында «Асылыкүл» тәбиғәт паркы биләмәһендә ЗКС ултыртыу материалын ҡулланып урманды тергеҙеү буйынса тәжрибә-производство эштәрен үткәреүҙе нигеҙләү» ғилми-тикшеренеү эше уҙғарылды.
Башинформ