-3 °С
Болотло
Өфө ҡалаһының «Рефстройпроект» йәмғиәте подряд ойошмаһы эшселәре Ҡыҙыл урамындағы 118-се йорт ихатаһын төҙөкләндерә башланы. Ҡала биләмәһе хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең теләге буйынса дизайн-проектҡа бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән, шуға төҙөлөш эштәре туҡтап тора.
Йәй дауамында йорт алдындағы юлға асфальт түшәйәсәктәр, балалар өсөн заманса уйын һәм бәләкәй спорт майҙансығы төҙөләсәк, яҡтыртыу системаһы монтажлана, ағастар ултыртыла. Объектты быйыл 1 сентябргә файҙаланыуға тапшыралар.
Римма Солтанова материалы буйынса.
Елена Петрова фотолары