-3 °С
Болотло
Подъездарҙа тәҙрәләр, тамбур ишектәре алыштырылған, түшәмдәрен һәм стеналарын шымартып буяғандар, беренсе ҡаттарҙағы иҙәндәренә плитка түшәгәндәр.
«Атлант» идарасы компанияһының генераль директоры Сергей Карасев һөйләй:
– Эштәрҙең төп өлөшө башҡарылды. Ятҡыртҡыстарҙы, ингән урында металл ишектәрҙе яңыртаһы ҡалды, тупһа күтәрмәләрен матурлайһы бар. Тиҙҙән төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы. 1 сентябргә тамамлайбыҙ. Беренсе май урамындағы 7-се һәм Свердлов урамындағы 11-се йорттарҙа ошо программа буйынса ремонт эштәре бара.
Рәмзилә Камеристова материалы буйынса.
Автор фотолары