-3 °С
Болотло
Улар бордюр таштары түшәргә, Карл Маркс урамынан 35-се балалар баҡсаһына тиклемге 444 метр участкала асфальт-бетон ҡатламын яңыртырға ниәтләйҙәр.
– Шулай уҡ Карл Маркс урамындағы юлдың бер өлөшө ремонтлана. Бында 500 метон асфальт-бетон һалыу күҙаллана, – тип хәбәр иттеләр Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе хакимиәтенән. – Юл эштәре республика бюджеты һәм муниципаль юл фонды иҫәбенә үтәлә.
Техник контролде «Бойондороҡһоҙ юл экспертизаһы үҙәге» йәмғиәте белгесе Фәрүәз Гизатуллин башҡара.
Римма Солтанова.
Рәмзилә Камеристова фотолары