-2 °С
Болотло
«Байрамдар үтте, кешеләр ял итте. Хәҙер ваҡыт, башлайбыҙ. Икеләтә көс менән әкренләп йәйәүлеләр юлдарында, тимәк, ихаталарҙа ла тәртип урынлаштыра башлағыҙ. Һауа торошо әлегә бындай мөмкинлек бирә, ул, әлбиттә, төрлө булырға мөмкин. Стихия бит», – тине төбәк башлығы 13 ғинуарҙа Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәргә тротуарҙарҙы, райондың тораҡ пункттарында автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыу эшен көсәйтергә ҡушты.