Ауыл хакимиәте башлығы Александр Самойлов әйтеүенсә, уҙған йыл аҙағында проектта ҡатнашыу проектын һайлағанда, тағы мәктәптә уңайлы шарттар булдырыу идеяһын хуплағандар.
ППМИ-2025 проектының инициативалар төркөмө етәксеһе итеп мәктәп директоры Ольга Вольвич һайланған. Барлыҡ кәрәкле процедуралар үткәрелгән һәм, конкурста еңеүгә өлгәшелһә, 1 млн һумға тәҙрәләр алыштырыу эше дауам иттереләсәк.
Мәктәп уҡыусылары һәм ата-әсәләр тәҡдимгә ҡушылған һәм программа проектын хуплауға йүнәлтелгән төрлө спорт, мәҙәни һәм ижади сараларҙа актив ҡатнаша.
– Уҙған йылдарҙа ППМИ-ҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡ тәҙрәләр ҙә тип әйтерлек яңыртылды, – тип аңлатты Ольга Вольвич. – Әгәр конкурста еңһәк, тәҙрәләрҙе ремонтлау эшен тулыһынса тамамлаясаҡбыҙ һәм балаларыбыҙ уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа уҡыясаҡ.
Хыял тормошҡа ашырмы-юҡмы – уны конкурс комиссияһы хәл итә.
Любовь Иванова.
Фото Знаменка ауыл биләмәһенән