Ауыл халҡы бер тауыштан программала ҡатнашырға хәл итте һәм «Бәләбәй районы Рассвет ауыл биләмәһе ауыл советының Алексеевка ауылында Мәктәп һәм Йәштәр урамдарында автомобиль юлдарын ремонтлау (таш түшәү) » проектын һайланы. Бынан тыш ауыл кешеләре һәм бағыусылар индерәсәк софинанслау дәүмәле билдәләнде.
Инициатива төркөмө рәйесе Наталья Хисамова актив ҡараштары өсөн ауыл халҡына рәхмәт әйтте. Ул берләшергә саҡырҙы һәм конкурста еңеүгә ышаныс белдерҙе.
Алексеевка халҡы ыңғай һөҙөмтәгә өмөтләнә , программа буйынса бүленгән аҡсалар юлдарҙы ремонтлауға бәйле проблемаларҙы хәл итеренә ышана. Сөнки юлдар – кешеләрҙең уңайлы тормошо һәм улар үҫешкә дәртләндерә.
Светлана Прокофьева әҙерләне.
Фото ауыл биләмәһенән