Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Май 2025, 10:00

Этап артынан этап…

Бәләбәй ҡалаһының М.Ғ. Әмиров исемендәге бульварында төҙөүселәр бордюрҙар ҡуя, һыу торбалары һуҙа башланылар. Торбалар буйлап килгән һыу фонтанға биреләсәк һәм сәскә-ағастарға һибеү өсөн тотоноласаҡ.

Этап артынан этап…
Этап артынан этап…

– Тиҙҙән урам яҡтыртҡыстары ҡуйырға керешәсәкбеҙ. Июнь уртаһында плиткалар түшәү өсөн объектҡа материалдар килтерәсәктәр, – тип һөйләне подряд ойошмаһы етәксеһе Ваге Бадалян.
Бөтә Рәсәй иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңгән «Новаторҙар бульвары» проектын ғәмәлгә ашырыу «Автонормаль» заводының беренсе директоры исемен йөрөткән бульварҙы тулыһынса үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге бирәсәге хаҡында «БИ» хәбәр иткәйне. Тап Марс Ғизетдин улы –  новаторлыҡ символы, һәм Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда уға һәйкәл ҡуйылған. Шуға проект  «Новаторҙар бульвары» исеме алған. Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең тәүге этабы 2025 йылдың 31 октябренә тамамланырға тейеш.

Римма Солтанова.

Автор фотолары

Этап артынан этап…
Этап артынан этап…
Этап артынан этап…
Этап артынан этап…
Автор:
Читайте нас