Берлектә финанслау – бюджет финанслауын асыу шарттарының береһе. Мәтәүбаш ауыл советы ауыл биләмәһендә бер млн алты йөҙ мең һумға мәктәп тәҙрәләрен алмаштырыу проекты еңде. Республика бюджетынан – 1 млн, Бәләбәй районы бюджетынан 300 000 һум, бағыусылыҡ ярҙамы – 100 мең һум бүленә, ауыл халҡынан берлектә финанслау өсөн 200 мең һум йыйырға кәрәк. Инициатива төркөмө мәғлүмәттәре буйынса, аҡсаның яртыһынан күберәге йыйылған да инде. Мәтәүбаштан сыҡҡан битараф булмаған һәм ярҙамсыл кешеләр көндән-көн арта бара. Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр араһында: Александр Танакбаев (50 000 һум), Азамат Йәркәев (10 000 һум), Шамил Шәмсетдинов (6 000 һум), Әлфиә Шафиҡова һәм Наилә Ғәлимуллина 5 000-әр һум аҡса индергән. Бағыусылар иҫәбендә – «АКЗ СТРОЙМОНТАЖ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илшат Биккинин, шәхси эшҡыуар В.В. Якушин. Урал Нәбиуллиндың һәм башҡаларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
ППМИ-2025 конкурсында Рассвет ауыл советы ауыл биләмәһе халҡының проекты еңде – Алексеевка ауылының Мәктәп һәм Йәштәр урамдарында юлдарҙы ремонтлау һәм таш түшәү. 1 млн 778 мең 180 һум (республика бюджетынан – 1 200 000 һум, муниципаль бюджеттан – 270 мең һум, бағыусылыҡ ярҙамы – 150 мең, халыҡтан йыйыу 158 180 һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытта аҡса йыйыу актив бара.
Максим-Горький ауыл советында Глуховская ауылы халҡының ял паркында 1 млн 620 мең һумлыҡ бәләкәй архитектура формаларын (МАФ) һатып алыу һәм ҡуйыу инициативаһы еңеп сыҡҡан. Бында шулай уҡ проектты берлектә финанслау өсөн аҡса йыйырға тотонғандар.
Инициаторҙар проекттарҙың тормошҡа ашырыласағына тулыһынса ышана. Любовь Иванова