Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Июнь 2025, 10:00

Эшсе ҡулдар етмәй

Бәләбәй ҡалаһының «Төҙөкләндереү» муниципаль бюджет учреждениеһы  хеҙмәткәрҙәре ҡаланың әле бер өлөшөндә, әле икенсеһендә үлән сабып ала. 25 июндә триммерҙарҙың эшләүен Әҙәби скверҙа, шулай уҡ Интернациональ урамындағы 118-се йорт янында ишетергә була ине.

Эшсе ҡулдар етмәй
Эшсе ҡулдар етмәй

– Ҡайһы берҙә үләндәр күпләп үҫкән бөтә участкаларҙа ла сабырға  өлгөрмәйбеҙ. Бының сәбәбе – эшсе ҡулдар етешмәү, әммә эш хаҡы кимәле ярайһы уҡ юғары. Әлеге ваҡытта һигеҙ кеше төҙөкләндереү буйынса эшсе булып эшләй. Мотосалғылар менән башлыса ҡатын-ҡыҙҙар идара итә. Һәр механизаторға икешәр берәмек техника беркетелгән. Йәйгеһен хеҙмәт килешеүҙәре буйынса ярты көнлөк эшкә бер нисә үҫмерҙе ҡабул иттеләр, улар ҡала урамдарында таҙалыҡ һәм тәртип һаҡларға ярҙам итә, – тип һөйләне предприятие директоры Александр Грешняков.

Әйткәндәй, әгәр «Төҙөкләндереү» хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт биләмәләре өсөн яуаплы икән, йорт яны участкаларын идара итеүсе компаниялар күҙәтергә тейеш. Бәләбәйҙә билгә тиклем үлән баҫҡан ихаталар бар. Шәхси секторҙа ла үләне сабылмаған участкалар байтаҡ.

Шуны ла онотмайыҡ: ҡаланың йәмлелеге бөтә ҡала халҡының тырышлығына бәйле.

Римма Солтанова. Фотолар «Төҙөкләндереү» учреждениеһынан

Эшсе ҡулдар етмәй
Эшсе ҡулдар етмәй
Эшсе ҡулдар етмәй
Эшсе ҡулдар етмәй
Эшсе ҡулдар етмәй
Автор:
Читайте нас