Ошо көндәрҙә Бәләбәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Шаровка ауыл советына ҡараған тораҡ пункттарында: Шаровка, Булановка ауылдарында, Глуховская станцияһы ауылында асфальт юлдарҙы ремонтланы.
Муниципаль бюджеттан бүленгән аҡсаға 220 квадрат метр юл япмаһы яңыртылды.
– Урамдар юлдарын планлы ремонтлауҙы йыл һайын башҡарабыҙ. 2024 йылда Булановка ауылындағы 450 метр юлға ҡомташ һиптек, быйыл Бәләбәй районы хакимиәте иғтибары һөҙөмтәһендә бер юлы өс ауыл биләмәһендә юлдар ремонтланды. Киләһе йылдарҙа Булановка ауылындағы 750 метр урам юлын һәм Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҡарамағындағы Шаровка ауылындағы биләмә-ара юлды ремонтларға кәрәк, – тип һөйләне ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильмира Ильина.
Светлана Шириня.
И. Ильина фотолары