Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Август 2025, 10:00

Яңы уҡыу йылына – яңы тәҙрәләр менән

Ике йыл элек Шаровка ауылында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында заманса балалар уйын майҙансығы булдырылды. Быйыл ППМИ-2025 республика конкурсында еңеүсе Шаровка ауыл слветы ауыл биләмәһе тәҙрәләрҙе алмаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра. Подряд ойошмаһы иҫке тәҙрә блоктарын һүтеп, яңыларын ҡуйыуға тотондо ла инде.

Яңы уҡыу йылына – яңы тәҙрәләр менән
Яңы уҡыу йылына – яңы тәҙрәләр менән

– Проекттың дөйөм хаҡы - 1 миллион 597 мең һум, шул иҫәптән республика бюджетынан – 897 мең һум, муниципаль бюджеттан 300 мең һум субсидия. Проектты финанслауға 300 мең һум аҡса бүлгән бағыусыбыҙға – «Таврос» компаниялар төркөмөнә рәхмәтлебеҙ. Ауыл халҡы тәҙрәләрҙе алмаштырыуға 100 мең һум аҡса индерҙе, – тип хәбәр итте Шаровка ауыл слветы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильмира Ильина.

Бер нисә тиҫтә йыл элек төҙөлгән мәктәптә яңы тәҙрәләр ҡуйылғандан һуң, ул күпкә йылыраҡ, уңайлыраҡ һәм яҡтыраҡ буласаҡ.

Фотолар ауыл биләмәһе хакимиәтенән

Яңы уҡыу йылына – яңы тәҙрәләр менән
Яңы уҡыу йылына – яңы тәҙрәләр менән
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас