Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Февраль , 18:00

«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды

Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығына арналған «Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә.

«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды
«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды

Унда фронтта булған хәлдәр һәм тылдағы тормош тураһында мәғлүмәт, алыштар һәм геройҙар тураһында ҡыҙыҡлы факттар, сканер аша үткәрелгән фронт хаттары һәм ветерандарҙың хәтирәләре, шулай уҡ тематик викториналар һәм иҫтәлекле датаға арналған сараларҙың анонстары баҫыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан төп тантаналар 2025 йылдың 9 майында үтә. Саралар Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантаналарҙа ветерандар, хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр һәм патриотик ойошмаларҙың активистары, махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнаша.
Өфөлә Еңеү көнөнөң төп сараһы - Октябрь проспектында хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби техника парады. Смотрҙа Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарының ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһы һәм тантаналы йыйылыш була. Бынан тыш, иҫтәлекле даталар һәм Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғалары сиктәрендә саралар ойошторола: 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө, 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө.

Автор:
Читайте нас: