Еңеү көнөнә арналған парадта быйыл 1 мең ярым тирәһе кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Маршҡа ғәҙәттәгесә, 20 берәмек совет һәм хәрби техника өлгөһө әҙерләнә. Парад составында уҙасаҡ гүзәл заттарға килгәндә, колонна алғы һыҙыҡта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың тормош иптәштәренән туплана, улар яугирҙарҙың хәрби кейемдәренә кейеп, наградаларын тағып сығасаҡ. « Үлемһеҙ полк» буйынса әлегә һорауҙар бар. Әммә митинг ҙур ҡалалларҙа ойошторолмаһа ла, муниципалитеттарҙа уҙғарыласаҡ. Мәктәптәрҙә күргәҙмәләр, викториналар һәм асыҡ дәрестәр менән тематик айлыҡтар үткәрелә. Мәҙәниәт министрлығы буйынса илһөйәрлек темаһына арналған саралар планы ҡаралған. 1 апрелгә тиклем Башҡортостанда юбилей хөрмәтенә ике йөҙгә яҡын автобус, шул иҫәптән шәхси автобустар брендлана. Бөйөк ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары - бер тапҡыр түләнә торған 80 мең һум, ә тыл хеҙмәтсәндәре һәм элекке концлагерь тотҡондары 55 мең һум аласаҡ. Беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев байрамды лайыҡлы билдәләү өсөн обелисктарҙы һәм һәйкәлдәрҙе тикшерергә, төҙөкләндерергә ҡушты.