Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Февраль , 14:00

Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар

Аксаков ауылының Аксакова О.Г. исемендәге 41-се мәктәбендә Ватандан ситтә хеҙмәт бурыстарын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөндә тантаналы сара уҙҙы.

Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар

Линейканың иң мөһим ваҡиғаларының береһе мәктәпте тамамлаусы Ринат Баһауетдинов хөрмәтенә «Герой партаһы»н асыу булды. Ул хәрби бурысын Чечняла үтәгәндә һәләк булған һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. 2025 йылдың 5 июлендә уға 45 йәш тулыр ине, ә быйыл 15 ғинуарҙа һәләк булыуына – 25 йыл.
Тантаналы линейкала Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Пащенко сығыш яһаны. Ул үҫмер быуынды тәрбиәләүҙә бындай даталарҙың мөһимлеген билдәләне. Сарала шулай уҡ Ринаттың әсәһе Гөлгөнә Ушакова, ике туған һеңлеһе Алһыу Баһауетдинова һәм геройҙың класташы, Аксаков биләмә китапханаһы китапханасыһы Айгөл Фәйезова ҡатнаштылар. Ул Ринаттың мәктәп йылдары тураһында һөйләне.

Сара һуңында унда ҡатнашыусылар һәләк булған яугир-интернационалистарҙы бер минут тынлыҡта тороп иҫкә алды.  

«БИ» белешмәһе
«Герой партаһы» — ошо мәктәпкә мөнәсәбәте булған һәм ватан тарихына ингән йә беҙҙең заман геройы булған герой тураһында мәғлүмәтле уҡыусылар партаһы ул. Партала батырҙың фотоһы, биографияһы һәм героик юлы  күрһәтелә. «Герой партаһы» артына яҡшы уҡыған, класс, мәктәп һәм район тормошонда актив ҡатнашҡан уҡыусы ултыра ала.

Регина Иванова әҙерләне.

Фотолар 41-се мәктәптән

Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Аксаков мәктәбендә «Герой партаһы» астылар
Автор:
Читайте нас: