«Салтанат» вокаль төркөмө солистары (етәксеһе А. Әүбәкирова) Әминә Әүбәкирова, Азалия Авзалова һәм Ануш Карапетян хәрби тематикаға йырҙар башҡарҙы. Уларҙың сығыштары, айырыуса Әминә Әүбәкированың «Отмените войну» композицияһы, тамашасыларҙа бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
«На кургане» (Ануш Карапетян) һәм «Ҡарт олатайым» (Азалия Авзалова һәм Әминә Әүбәкирова) йырҙарын халыҡ алҡыштарға күмде. «Самрау» этнотөркөмө йырсыһы Урал Әүбәкиров ике композиция башҡарҙы – «Два орла» һәм «Шли солдаты на войну».
Сарала «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле (етәксеһе Н. Фәрхетдинова) һәм солист Александра Гончарова ҡатнаштылар. Улар «Кукушка» һәм «Победа» йырҙарын йырланы.
Азалия Авзалова башҡарыуында «Онотмағыҙ!» йыры концерттың иң юғары нөктәһе булды, ул алҡыштар менән ҡаршы алынды.
– Беҙ тағы бер тапҡыр совет һалдаттарының героизмы, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығы һәм башҡорт халҡының дөйөм еңеүгә индергән өлөшө хаҡында балаларҙың хәтеренә төшөрҙөк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды башҡорт мәҙәниәте үҙәге мөдире Анжела Әүбәкирова.
«Онотмағыҙ!» патриотик сәғәте яҡты киләсәкте төҙөү өсөн үткәндәрҙе онотмауҙың ни тиклем мөһим икәнлегенә сағыу миҫал булды.
Светлана Прокофьева.
Фотолар «Урал батыр» үҙәгенән