Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Июнь 2025, 12:00

«Онотолоуға хоҡуғы юҡ»

Ошо исем аҫтында Өфө Тарихи паркында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына мультимедиа күргәҙмәһе асылды.

«Онотолоуға хоҡуғы юҡ»
«Онотолоуға хоҡуғы юҡ»

Еңеүҙең юбилейына махсус әҙерләнгән был проект «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парктарын үҙ эсенә алған дөйөм Рәсәй башланғысының бер өлөшө буласаҡ. 

«Онотолоуға хоҡуғы юҡ» мультимедиа күргәҙмәһе Рәсәй Федерацияһы Президенты В.Путин ҡушыуы буйынса Дәүләт Тарихи музейы әҙерләгән шул уҡ исемле тарихи-документаль күргәҙмә нигеҙендә ойошторола. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы төп музей артефакттарын күрһәткән предмет экспозицияһы әле Мәскәүҙә ҡуйылған.

Күргәҙмәнең мультимедиа версияһы цифрлаштырылған архив документтарын һәм музей экспонаттарын, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптарын һүрәтләгән һирәк осраған артефакттарҙы тәҡдим итә.

 Инеү ирекле. 

Автор:
Читайте нас