Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Июль 2025, 12:00

Беренсе урта мәктәп финалда!

Бәләбәй ҡалаһының 1-се мәктәбе музейы Волга буйы федераль округының «Ватан геройҙары» йәмәғәт проектының округ этабында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.

Беренсе урта мәктәп финалда!
Беренсе урта мәктәп финалда!

Проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һәм Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған. Быйыл май айында «Беренсе урта» музейы «Иң яҡшы музей (музей экспозицияһы)» номинацияһында республика этабында еңеүсе булды. Унда республиканың 19 район һәм ҡалаһынан 161 белем биреү ойошмаһы музейы ҡатнашты, Улар Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарының батырлыҡтарына арналған экспозициялар һәм музейҙар проекттарын тәҡдим итте. Бәләбәй ҡалаһы музейы быйыл августа башланған һәм ноябрҙә тамамланасаҡ проекттың финалында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителде.

- 1-се урта мәктәп хаҡлы рәүештә Бәләбәй тарихында айырым урын биләй, был ҡалала һәм районда беренсе урта белем биреү мәктәбе. Билдәле уҡытыусылар һәм «Беренсе урта мәктәп»те тамамлаусылар беҙҙең мәктәпте, ҡаланы һәм һәм илде данланы, улар араһында хәрбиҙәр, спортсылар, ҙур ғалимдар, социаль һәм производство өлкәләрендә почетлы хеҙмәткәрҙәр бар, – тип уртаҡлашты мәктәп музейы етәксеһе Ирина Паршуткина.

 

«БИ» белешмәһе

«Ватан геройҙары» проекты Волга буйы федераль округында 2018 йылдан алып «Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» 4292-1-се Федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. 9 декабрҙә «Ватан геройҙары көнөндә» йыл һөҙөмтәләрен килтереп, йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла.

 

Алһыу Фәйезова.

Фотолар 1-се мәктәптән

 

Беренсе урта мәктәп финалда!
Беренсе урта мәктәп финалда!
Беренсе урта мәктәп финалда!
Автор:
Читайте нас