Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2023, 11:00

Ни өсөн биометрияны рәсмиләштерәләр?

Ни өсөн биометрияны, йәғни кешене уникаль биологик һәм холоҡ характеристикалары буйынса идентификациялауҙы рәсмиләштерәләр?

Ни өсөн биометрияны рәсмиләштерәләр?
Ни өсөн биометрияны рәсмиләштерәләр?

Берҙәм биометрия системаһында теркәлгән биометрия ярҙамында финанс хеҙмәттәренән файҙаланырға, e-SIM йәки электрон ҡултамға рәсмиләштерергә, көйәрмән картаһы алырға, Дәүләт хеҙмәттәрендә авторлашырға була. Киләсәктә бындай биометрия буйынса офисҡа үтергә, тауар һатып алған йәки метрола йөрөгән өсөн түләргә, имтихан тапшырырға һәм нотариус хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Был хәрәкәт итеүе сикле граждандар, алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр йәки сәфәргә сығыусылар, эшҡыуарҙар, шулай уҡ интернет аша эшләүселәр өсөн уңайлы.

Һеҙҙең биометрик мәғлүмәтте кем ҡуллана ала?

Дәүләт кенә ҡулланырға тейеш. Берҙәм биометрик система Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкыһы башланғысы менән ойошторолдо. Уны һеҙҙең ризалыҡтан тыш ҡулланыу мөмкин түгел, һәм система ышаныслы яҡланған.

Атап үтелгән системала һеҙҙең биометрияның булыу-булмауын нисек белергә?

Дәүләт хеҙмәттәрендә ҡарарға була. Бының өсөн «Профиль» бүлегенә инергә, «Биометрия» өлөшөн һайларға кәрәк. Әгәр биометрияғыҙҙы рәсмиләштерелмәгән булһағыҙ, «Биометрия теркәлмәгән» тигән яҙыу сығасаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: